Закон проектында хеҙмәткәрҙәрҙе йәки штатты ҡыҫҡартҡанда эш урынын һаҡлап ҡалыу хоҡуғына эйә булғандар исемлеген пенсия алды йәшендәгеләр (хаҡлы ялға тиклем биш йәки унан да аҙыраҡ ваҡыт ҡалһа) менән тулыландырыу күҙ уңында тотола. Был уларҙың эшен юғалтҡан осраҡта артабан эшкә урынлашыу мөмкинлеге аҙ булыуы һәм пенсияға дәғүә итә алмауы менән аңлатыла.