Торлаҡ шарттарын яҡшыртыу бер нисә йүнәлештә алып барылған. Мәҫәлән, 2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем авария хәлендә тип табылған йорттарҙан күсереүҙе 2019 – 2023 йылдарға иҫәпләнгән республика Адрес программаһы буйынса тамамлағандар. Бынан тыш, эштәр муниципаль программалар иҫәбенә лә башҡарылған. Авария хәлендәге йорттарҙан иң күбе Өфөлә (2 704 кеше), Яңауыл (507 кеше) һәм Бәләбәй (289 кеше) райондарында йәшәүселәр күсерелгән.
Башҡортостанда торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙың киләһе этабын ойоштороу өсөн 2017 йылдың 1 ғинуарынан 2022 йылдың 1 ғинуарына тиклем авария хәлендә тип табылған 580 йорттан торған реестр булдырылған. 15 мең самаһы кеше йәшәгән был йорттарҙың дөйөм майҙаны 230 мең кв. метр тәшкил итә.
Владислав Сидоркин билдәләүенсә, әҙерләнгән документ Рәсәйҙең Төҙөлөш министрлығына йүнәлтелгән дә инде. Авария хәлендәге торлаҡтарҙан күсереү эше 2024 йылда ла дауам итәсәк.
Башҡортостан Башлығы төбәктең Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы хеҙмәткәрҙәренә республика Адрес программаһын һөҙөмтәле башҡарғандары өсөн рәхмәт белдерҙе һәм юғары эш темпын һаҡлап ҡалырға ҡушты.
https://glavarb.ru/bash/press_serv/novosti/175022.html