Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
28 Февраль , 12:17

Дәүләт ярҙамын ҡулланып, нисек фатирға аҡса йыйырға

Һуңғы айҙарҙа банктар ипотека кредиты юллау шарттарын ярайһы уҡ ҡәтғиләштерҙе. Әгәр элек тәүге иғәнәһеҙ ҙә фатир һатып алып булһа, хәҙер бындай тәҡдимдәр юҡ кимәлендә.

Дәүләт ярҙамын ҡулланып,  нисек фатирға аҡса йыйырға
Дәүләт ярҙамын ҡулланып, нисек фатирға аҡса йыйырға

Ипотекаға торлаҡ алыу өсөн уның хаҡының 20 – 30 процентын алдан түләргә кәрәк. Мәҫәлән, 5 миллион һумлыҡ фатир һатып алам тиһәгеҙ, ҡулығыҙҙа 1-1,5 миллион һум аҡса булыуы шарт. Тәүге иғәнә өсөн кредит алыу артыҡ һәйбәт идея түгел, сөнки кредитты ла, ипотеканы ла түләргә тура киләсәк. Бында ғаилә бюджетығыҙҙың ай һайын шул сумманы түләүгә етеү-етмәүен алдан ныҡлы уйларға кәрәк. Әгәр юҡ икән, үҙ торлағың тураһында хыялланыуҙан туҡтарғамы? Юҡ. Әмәлен табырға мөмкин! Был осраҡта тәүге иғәнәне йыйырға дәүләт, дөрөҫөрәге, Торлаҡ төҙөлөшө һаҡланмаһы (ЖСС) программаһы ярҙам итә ала. БР Финанс үҙәге белгестәре менән берлектә ошо хаҡта аңлатма бирәбеҙ.

Программаның асылы нимәлә?

Төп маҡсат – кешеләргә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн етерлек аҡса тупларға ярҙам итеү. Өс-алты йыл дауамында һеҙ банк иҫәбендә аҡса йыяһығыҙ, ә дәүләт һеҙгә бының өсөн өҫтәп премия түләй. Бынан һуң льготалы ставка буйынса кредитҡа торлаҡ һатып алыу мөмкинлеге бар.

Һаҡлыҡҡа йыйған аҡсаға нимә һатып алырға мөмкин?

  Фатир йәки фатирҙағы өлөш. Уны яңы йорттан да, икенсел торлаҡтан да алырға мөмкин.
  Әҙер торлаҡ йорт йәки таунхаустағы фатир.
  Йорт һалырға йәки ер участкаһы һатып алырға.
  Алдан алынған ипотека буйынса бурысты ҡапларға.

Программала кемдәр ҡатнаша ала?

Быға тиклем программа менән льготаға эйә граждандар ғына файҙалана ала ине. Ләкин республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡарары буйынса, дәүләт ярҙамы менән ҡулланыу барыһына ла мөмкин булды. Ә уҙған йыл аҙағынан республика Хөкүмәте максималь бюджет премияһын 3 меңдән 5 мең һумға тиклем арттырҙы.
Программаға инеү өсөн төп шарт – Башҡортостанда йәшәгән бәлиғ йәштәге граждан булыу һәм ошонда уҡ, йәғни республикала торлаҡ һатып алыу, сөнки проект төбәк ҡаҙнаһынан финанслана.

Был нисек эшләй?

1. Жсс-рб.рф сайтында йәки «Уралсиб» банкы бүлексәһендә программала ҡатнашыуға ғариза яҙығыҙ.

2. Банктың хуплауын көтөгөҙ. Был ике аҙнанан артыҡ ваҡытты алмай. Хупланғандан һуң тупланма өлөштө асырға мөмкин.

3. Ай һайын иҫәпте тулыландырығыҙ. Минималь түләү – айына 3000 һум, күпме аҡса һалырға – үҙегеҙ хәл итәһегеҙ. Аҡсаны 3 – 6 йыл дауамында ай һайын индерергә тура киләсәк. Шулай уҡ һеҙҙең өлөшөгөҙ банк ставкаһы иҫәбенә йылына 1-1,5 процент күләмендә үҫәсәк.

4. Дәүләт премияһын алығыҙ. Ул айлыҡ иғәнәләрҙең суммаһынан 30 процент тәшкил итә, әммә айына 5000 һумдан артмай. Премия ай һайын иҫәпләнә һәм аҡса һалыусы иҫәбенә квартал һайын күсерелә. Һеҙ минималь сумма – 3 мең һум индерһәгеҙ, премия аҙыраҡ буласаҡ. Дәүләттән иң ҙур суммалағы ярҙамды – 5 мең һум алыу өсөн – ай һайын 16 670 һум аҡса һалырға кәрәк (күберәк тә һалып барырға мөмкин, был

һеҙҙең тупланмағыҙ бит, әммә премия һәр ай өсөн 5 мең һум күләмдә буласаҡ). Алты йыл дауамында ай һайын 16 670 һум аҡса һалып, 1 миллион 560 мең һум туплаясаҡһығыҙ, шуның 360 мең һумы – максималь күләмдәге премия.

Әммә әгәр аҡса туплау процесында аҡса индереүҙе туҡтатһағыҙ йәки уны алдараҡ алырға теләһәгеҙ, премияны кире бюджетҡа ҡайтарырға тура киләсәк.

5. Вклад срогы тамамланғас, йыйылған аҡсағыҙҙы премия менән бергә торлаҡ йәки ер участкаһы һатып алыуға йүнәлтәһегеҙ. Шулай уҡ «Уралсиб»та 5,5 – 7 процент йыллыҡ ставка буйынса ипотека алыу мөмкинлегенә эйә булаһығыҙ. Быны үҙегеҙ теләгән башҡа банк аша ла эшләй алаһығыҙ (әгәр шарттар буйынса үтһәгеҙ).

6. Торлаҡ төҙөлөшө һаҡланмаһы (ЖСС) программаһында ҡатнашыусылар өсөн льготалы ипотеканың максималь күләме – 1,5 миллион һум, ипотека ваҡыты һаҡланма йыйыу ваҡытынан 1,5 тапҡырға күберәк. Әгәр был сумма етмәй икән, банк-партнер өҫтәмә сумма бирә ала, ләкин был осраҡта кредит баҙар шарттары буйынса иҫәпләнә.

ӘЙТКӘНДӘЙ,
Торлаҡ төҙөлөшө һаҡланмаһы (ЖСС) программаһында бер нисә тапҡыр ҡатнашырға мөмкин. Мәҫәлән, тәүҙә ошо рәүешле аҡса туплап, ипотека алырға, һуңынан тағы ҡатнашып, йыйылған аҡса иҫәбенә бурысты ваҡытынан алда ҡапларға була.
Шулай уҡ программала бер юлы бер нисә ғаилә ағзаһы аҡса йыя ала. Мәҫәлән, ир менән ҡатын ике иҫәп аса, һәм һәр береһе үҙенең иғәнәләренә премия аласаҡ. Һуңынан йыйылған аҡсаны берләштереп, торлаҡ һатып алыуға тотона ала.

Миҫал*
Маҡсат – биш йылда 1,5 миллион һум туплау.
Был осраҡта һеҙгә ай һайын 20-шәр мең һум аҡса һалып барырға кәрәк. Һөҙөмтәлә биш йылда 1,2 миллион һум аҡсағыҙ йыйыла, һәм шуға өҫтәп, дәүләттән 300 мең һум премия аласаҡһығыҙ.
*Иҫәп-хисап яҡынса һәм белешмә рәүешендә бирелә.

Мәғлүмәт өсөн
Биш йыл буйына йыйғандан һуң тупланған аҡсаны дәүләт премияһы менән бергә үҙ ихтыяжына алыу хоҡуғына эйә биш категория граждандар бар. Улар – бюджет хеҙмәткәрҙәре, 35 йәшкә тиклемге йәш ғаиләләр, бәлиғ булмаған балаларҙың ата-әсәләре, 60 йәштән өлкән ир-егеттәр һәм 55 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙар, 1-се, 2-се, 3-сө төркөм инвалидтары.

 

Материалдар БР «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе [email protected] адресы йәки (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.

Автор:
Читайте нас: