Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
28 Февраль , 11:20

Радий Хәбиров һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәргә спорт менән шөғөлләнеү хаҡын компенсациялау идеяһын хупланы

Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә спорт менән шөғөлләнеү хаҡын ҡаплау буйынса дәүләт социаль заказын киңәйтергә һәм исемлеккә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе, инвалид балаларҙы индерергә тәҡдим итте.

Радий Хәбиров һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәргә спорт менән шөғөлләнеү хаҡын компенсациялау идеяһын хупланы
Радий Хәбиров һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәргә спорт менән шөғөлләнеү хаҡын компенсациялау идеяһын хупланы

«Федераль үҙәк беҙҙең проектты иң яҡшыларҙың береһе тип таныны. Бөгөн бында ГТО нормативтарын үтәп, сертификат алған һәм йыл буйына спорт менән шөғөлләнгән өлкән быуын вәкилдәре инә. Был категорияға сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр ҙә инһә, шәп булыр ине», - тине  ведомство етәксеһе.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысты хупланы һәм республиканың министрҙар кабинетына өҫтәмә финанслау мәсьәләһен ентекләп өйрәнергә ҡушты.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-02-27/radiy-h-birov-auly-m-mkinlekt-re-sikl-ng-nd-rg-sport-men-n-sh-ll-ne-ha-yn-kompensatsiyalau-ideya-yn-huplany-3659319

 

Автор:
Читайте нас: