«Хәҙер «Һөт кухняһы» йогурты, эремсеге, һөтө федераль һәм республика сауҙа селтәрҙәрендә — «Пятерочка», «Ашан», «Лента», «Окей», «Байрам», «Ярмарка, «Полушка», «Дворик», «Лукошко» һәм башҡа магазиндарҙа ла һатыла. Уларҙы таратыу пункттарында ла алырға була. Ә аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге һәм 3 йәшкә тиклемге балаларға, имеҙгән әсәләргә һәм йөклөләргә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларына «Һөт кухняһы» продукцияһын бушлай таратабыҙ. Был бик мөһим ярҙам сараһы булып тора, шул рәүешле балаларыбыҙҙың, ғаиләләребеҙҙең һаулығын нығытабыҙ», — тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.