Ашҡаҙар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
7 Март , 17:04

1 апрелдән Рәсәй хөкүмәте социаль пенсияларҙы 7,5% арттыра

Рәсәй хөкүмәте социаль пенсияларҙы 7,5% арттыра. Социаль пенсияларҙы индексациялау йыл һайын 1 апрелдә үткәрелә.

1 апрелдән Рәсәй хөкүмәте социаль пенсияларҙы 7,5% арттыра
1 апрелдән Рәсәй хөкүмәте социаль пенсияларҙы 7,5% арттыра

Индексация күләме уҙған йылда пенсионерҙарҙың йәшәү минимумы үҫеше темптарынан сығып иҫәпләнә, тип хәбәр итә ил хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Социаль пенсиялар страховка пенсияһын иҫәпләү өсөн тейешле раҫланған стажы булмаған граждандарға түләнә.

Бынан тыш, ул инвалидтарға һәм ҡараусыһын юғалтҡандарға ла түләнә.

Шулай уҡ 1 апрелдән граждандарҙың айырым категорияларының дәүләт пенсия тәьминәте күләме 7,5 % күтәрелә. Улар иҫәбендә:

- һуғышта алған яраларынан инвалид булып ҡалған хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм доброволецтар,

- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар,

- радиация йәки техноген һәләкәттәрҙә зыян күргән граждандар.

Дөйөм алғанда, был ҡарар 4 миллиондан ашыу кешегә ҡағыла. Социаль фонд бюджетында бының өсөн яҡынса 37,5 миллиард һум  ҡаралған.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-03-07/1-apreld-n-r-s-y-h-k-m-te-sotsial-pensiyalar-y-7-5-arttyra-3673220

 

Автор:
Читайте нас: