Әгәр ата-әсәләр быға тиклем әсәлек капиталын алмаған булһа, өсөнсө балаға ла 1 миллион һум бирергә тәҡдим ителә.
Хәҙер беренсе балаға әсәлек капиталы — 631 мең һум, икенсеһенә 833 мең һум тәшкил итә.
Аңлатмалы яҙыуҙа билдәләнеүенсә, әсәлек капиталы башлыса торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелә, шуға субсидияны арттырыу талап ителә, ә 2022 йылдан торлаҡҡа хаҡ ҡырҡа күтәрелде.
Владимир Путин Федераль йыйылышҡа мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда әсәлек капиталы һәм ғаилә ипотекаһы программаларын 2030 йылға тиклем оҙайтырға тәҡдим итте.