Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
4 Апрель , 16:28

Башҡортостанда һуғыш балаларына түләүҙәр арттырыла

 һуғыш балаларына бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр күләмен арттырырға ниәтләйҙәр. Киләһе йылда, ил Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләгән ваҡытта, бюджетҡа тейешле суммалар һалына, тип хәбәр итте республика премьер-министры Андрей Назаров, 7-се саҡырылыш Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары алдында хөкүмәттең эше тураһында йыллыҡ отчет менән сығыш яһағанда.

Башҡортостанда һуғыш балаларына түләүҙәр арттырыла
Башҡортостанда һуғыш балаларына түләүҙәр арттырыла

Андрей Назаров билдәләүенсә, быға тиклем тапҡыр бирелә торған түләү 1 мең һум ине. Инфляцияны иҫәпкә алып, был сумма мөһимлеген юғалтты.

«Һуғыш балалары киләһе йылда юбилейлы, еңеү йылын финанс яҡтан тойорға тейеш. Хөкүмәт көсөн шуға йүнәлтә», - тине Назаров.

Башҡортостанда һуғыш балалары тураһында республика законы 2021 йылда ҡабул ителде.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-04-04/respublikala-u-ysh-balalaryna-t-l-r-arttyryla-3714327

 

Автор:
Читайте нас: