- Мин Белгород өлкәһе губернаторы менән һөйләштем. Беҙгә балаларҙы һыйындырыуҙы һорап мөрәжәғәт иттеләр. Белеп тораһығыҙ, унда хәл бик ҡатмарлы, шуға күрә Белгородтан 500 баланы үҙебеҙҙә ҡабул итәбеҙ, - тип билдәләне Радий Хәбиров.
Ул ошо эш менән шөғөлләнергә тейешле муниципалитеттарҙы әйтте. Улар - Илеш районы һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы. Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелинға был мәсьәләне муниципалитет башлыҡтары менән ентекләп өйрәнеү бурысы йөкмәтелде.
- Мин район башлыҡтарын шәхсән ҡатнашырға саҡырам. Балалар былай ҙа арып-талып килә, унда көн һайын туптар гөрһөлдәй, кешеләр һәләк була, - тине Радий Хәбиров. - Иң мөһиме - йәшәү, туҡланыу, уҡыу процесы, кәрәк икән, өҫтәмә белем биреү. Ғөмүмән, балалар был уларҙың икенсе өйө икәнен тойорға тейеш.
https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-04-08/belgorodtan-500-bala-bash-ortostan-a-kil-3719672