Газ селтәрҙәре газ үткәрелгән тораҡ пункттар янындағы ер участкалары сигенә тиклем бушлай һуҙыла. Йорт хужалығына һәм ер участкаһына хоҡуҡ билдәләүсе документтар булырға тейеш. Ғаризаны өй хужаһы ла, баҡса ширҡәте рәйесе лә бирә ала. Газлаштырыу тураһында ҡарар баҡса ширҡәте ағзаларының дөйөм йыйылышында ҡабул ителергә тейеш.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, социаль газ үткәреү программаһы 2021 йылда башланды. 2024 йылдың 29 февралендә президент Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһе йомғаҡтары буйынса хөкүмәткә программаны киңәйтергә һәм баҡса ширҡәттәре сигенә тиклем газ һуҙырға ҡушты.