Ашҡаҙар
-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
29 Май , 14:17

Ишле ғаиләләргә ипотеканы ҡаплау өсөн ярҙам программаһын оҙайтыу тураһында закон ҡабул ителде

Дәүләт Думаһы икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа күп балалы ғаиләләргә ипотеканы ҡаплау өсөн ярҙам программаһын 2030 йылға тиклем оҙайтыу тураһында закон ҡабул итте, тип хәбәр итә Дәүләт Думаһының матбуғат хеҙмәте.

Ишле ғаиләләргә ипотеканы ҡаплау өсөн ярҙам программаһын оҙайтыу тураһында закон ҡабул ителде
Ишле ғаиләләргә ипотеканы ҡаплау өсөн ярҙам программаһын оҙайтыу тураһында закон ҡабул ителде

Ул Рәсәй президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһен тормошҡа ашырыу маҡсатында әҙерләнгән.

«Дәүләт башлығы өсөнсө йәки артабанғы балалары тыуған ишле ғаиләләргә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн дәүләттән 450 мең һум бүлеү бурысын ҡуйҙы», —  тине Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин. —  Дәүләт Думаһы балалы ғаиләләргә ярҙам сараларын киңәйтеү өҫтөндә эҙмә-эҙлекле эшләй. Был программаны йәнә ете йылға оҙайтыу — ишле ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү кимәлен күтәрергә тейешле мөһим ҡарар».

https://bash.bashinform.ru/news/economy/2024-05-29/ishle-ail-l-rg-ipotekany-aplau-s-n-yar-am-programma-yn-o-aytyu-tura-ynda-zakon-abul-itelde-3789711

 

Автор:
Читайте нас: