«Киләһе йылдың 1 февраленән эшләгән граждандарҙың пенсияһы арта башлай. Хәҙер ундайҙар — 7 миллион 800 меңдән ашыу, улар бай эш тәжрибәһенә эйә», — тип билдәләне Мишустин.
«Улар эшен дауам итһен, белеме менән уртаҡлаша алһын өсөн шарттар булдырыу мөһим», — тип өҫтәне премьер.
Мишустин вице-премьер Татьяна Голикованан пенсияны индексациялау мәсьәләһен үҙ контроленә алыуын һораны. «Тиҙ арала федераль ҡануниәткә төҙәтмәләр әҙерләргә кәрәк. Бөтә тейешле ҡарарҙар яҙғы сессияла уҡ ҡабул ителеренә иҫәп тотабыҙ», — тип өҫтәне хөкүмәт башлығы.