— Финанслау күләме — 1,7 миллиард һумдан күберәк. 213 күп фатирлы йорттан, йәғни 60 мең квадрат метрҙан ашыу авария хәлендәге торлаҡтан кешеләр күсерелде, — тип хәбәр итте Андрей Назаров.
Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министрлығы етәксеһе Артём Ковшов 2024-2030 йылдарға иҫәпләнгән һәм «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған яңы адреслы программа тураһында хәбәр итте.
Исемлектә майҙаны 227 мең квадрат метрлыҡ 565 күп фатирлы йорт бар.
«Программаны алты этапта тормошҡа ашырыу планлаштырыла. 2024 йылда беренсе этап буйынса 134,2 миллион һум күләмендә аҡса ҡаралған. 2024 йылдың аҙағына тиклем Рәсәй хөкүмәте күсереүҙең киләһе этаптарына финанс ярҙамы күрһәтеү шарттарын әҙерләй», — тине Артем Ковшов.
Премьер-министр төҙөлөш һәм архитектура министрлығына 2024-2025 йылдарҙа этапты тормошҡа ашырыу өсөн субсидия алыуға Биләмәләрҙе үҫтереү фондына ғариза бирергә, финанс министрлығына киләһе йылдарҙа граждандарҙы күсереүҙе берлектә финанслауға аҡса бүлеү мөмкинлеген ҡарарға ҡушты.