2025 йылдан эшләгән пенсионерҙарҙың страховка пенсияһын йыл һайын арттырыу планлаштырыла. Ҡануниәттәге үҙгәрештәрҙе ғәмәлгә ашырыу өсөн өҫтәмә бюджет ассигнованиелары талап ителә. 2025 йылда улар - 96,45 миллиард, 2026 йылда иһә 177,03 миллиард, 2027 йылда 260 миллиард һум тәшкил итер тип көтөлә.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Рәсәй Федерацияһы президенты Владимир Путин Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумының пленар сессияһында киләһе йылдың февраленән эшләп йөрөгән пенсионерҙарҙың пенсияһын индексациялау тәҡдимен индергәйне. 2025 йылдың 1 февраленән башлап йыл да хаҡлы ялдағыларға ғына түгел, эшләүен дауам иткән пенсионерҙарҙың пенсияһы ла арттырыла.