«Һөт, кефир, ҡаймаҡ һәм эремсекте хәҙер Октябрьский ҡалаһында урынлашҡан предприятие цехтарының береһендә етештереләр. Ошо маҡсатта бында ремонт яһағандар, яңы ҡорамал ҡуйғандар», — тип яҙа министр социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Уның һүҙҙәренсә, өлкәндәр өсөн һөт ризыҡтарының төң эске сифат стандарттары — балалар өсөн кеүек. Уны фермерҙарҙан һатып алған һөттән әҙерләйҙәр. Продукцияның составы тулыһынса тәбиғи, унда яһалма өҫтәмәләр юҡ.
Яңы продукцияны «Һөт кухняһы»ның таратыу пункттарында, шулай уҡ урындағы сауҙа селтәре магазиндарында һатып алырға мөмкин.