«Патриот» паркында үткән осрашыуҙа «Ватанды һаҡлаусылар» фондының социаль координаторҙары был сараның махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар араһында ҙур һорау менән файҙаланыуы хаҡында һөйләне. Ләкин хәбәрһеҙ юғалған яугирҙәрҙең ата-әсәләре өсөн бындай мөмкинлеге юҡ, сөнки ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының яҙма ғаризаһы буйынса ғына күрһәтелә. Был норманы төҙәтергә һәм хәбәрһеҙ юғалған яугирҙәрҙең ата-әсәләренә шифахана-курортта дауаланыу мөмкинлеген бирергә кәрәк. Мәсьәлә юридик яҡтан бөгөн хәл ителергә тейеш », — тине Башҡортостан Башлығы.
Уның һүҙҙәренсә, 3660 яугир һәм уларҙың ғаилә ағзалары шифахана-курорттарҙа һаулығын яҡшыртҡан.