«Тағы бер матур өлгө. Бына нисек ябай ғына идея һәм дәүләт яғынан ярҙам кешенең, тотош ауылдың тормошон яҡшы яҡҡа үҙгәртергә мөмкин. Әлфиә Уразаева Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында пенсия таратыусы булып эшләгән. Төрлө йорттарҙа булырға тура килгән, шунда ҡайһы бер ауылдаштарына өйҙө, участканы, йыһаздарҙы таҙартыу һәм тәртиптә тотоу еңел түгеллегенә иғтибар иткән. Шул ваҡытта ни өсөн районда клининг хеҙмәттәре күрһәткән эшҡыуарҙар булмауы тураһында уйлана башлаған», — тип яҙа ул үҙенең социаль селтәрҙәрендә.
Йәш әүҙем яҡташыбыҙ оҙаҡ уйлап тормаған, бизнес-план төҙөп, район хакимиәтендәге «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә уны уңышлы яҡлаған. Һуңынан социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам алыу өсөн документтар тапшырған. Дәүләттең 350 мең һумлыҡ ярҙамын ҡорамалдар һәм йыуыу саралары өсөн тотонған. Махсус рәүештә уҡып сыҡҡан.
Радий Хәбиров хәҙер эшҡыуарҙың яңы хеҙмәттәр күрһәтергә, бер нисә хеҙмәткәр ялларға, үҙенең франшизаһын булдырырға йыйыныуын хәбәр итте һәм йәш эшҡыуарға уңыштар теләне.