Ашҡаҙар
-11 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
24 Июль , 17:30

Хеҙмәт министрлығы 2025 йылдың ғинуарынан МРОТ-ты 22 440 һумға тиклем арттырырға тәҡдим итә

Норматив хоҡуҡи акттар проекттарының федераль порталында Рәсәй хеҙмәт министрлығының 2025 йылдың 1 ғинуарынан минималь эш хаҡы күләмен айына 22 440 һумғаса еткереү тураһында закон проекты баҫылған.

Хеҙмәт министрлығы 2025 йылдың ғинуарынан МРОТ-ты 22 440 һумға тиклем арттырырға тәҡдим итә
Хеҙмәт министрлығы 2025 йылдың ғинуарынан МРОТ-ты 22 440 һумға тиклем арттырырға тәҡдим итә

Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә минималь эш хаҡы 19 242 һум тәшкил итә. Башҡортостанда иһә Урал коэффициенты менән бергә – 22 128 һум.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 2024 йылдың беренсе кварталында республикала уртаса айлыҡ эш хаҡы 61 317 һум булған.

https://bash.bashinform.ru/news/economy/2024-07-24/he-m-t-ministrly-y-2025-yyldy-inuarynan-mrot-ty-22-440-um-a-tiklem-arttyryr-a-t-dim-it-3859950

 

Автор:
Читайте нас: