Бынан тыш, ҡараусыны юғалтыу буйынса пенсиялар арттырыла.
Август айында пенсияны яңынан иҫәпләү пенсионерҙың эш хаҡына бәйле: ул ни тиклем юғарыраҡ булһа, пенсия ла шул тиклем күберәк арта. Максималь өҫтәмә өс пенсия коэффициентын тәшкил итә. Коэффициент хаҡы пенсияны юллаған йылға бәйле. Быйыл ул — 133,05 һум. Тупланған коэффициентты дәүләт хеҙмәттәре порталындағы шәхси кабинет аша һорап, шәхси иҫәп өҙөмтәһенән ҡарарға мөмкин.
«Август айында пенсия автоматик рәүештә ҡайтанан иҫәпләнә, шуға күрә республика пенсионерҙарына бер ҡайҙа ла мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй. Аҡса августа ғәҙәти график буйынса күсерелә», — тип белдерҙеләр Социаль фондтың Башҡортостан буйынса бүлексәһендә.
2025 йылдан республикала эшләп йөрөгән барлыҡ пенсионерҙарҙың пенсияһы индексациялана башлай. Тәүге индексация киләһе йылдың февралендә башҡарыла, Социаль фондта был автоматик рәүештә иҫәпләнә.