Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың балаларына юғары уҡыу йорттарына инеү өсөн айырым квота бүленә, тип иҫкә төшөрҙө парламент спикеры. Шул уҡ ваҡытта хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең үгәй балалары әлегә был льготанан файҙалана алмай. Закон проекты менән был хәлде үҙгәртергә, юғары уҡыу йортона квоталар буйынса инергә хоҡуҡлылар исемлеген тулыландырырға тәҡдим ителә.
Был нормалар уларҙы вуздарҙың әҙерлек бүлексәләренә алыуға, шулай уҡ мәктәп программаһын үҙләштереү һөҙөмтәләренә ҡарамайынса, урта һөнәри белем биреү ойошмаһына тәү сиратта ҡабул итеүгә лә ҡағыла, тип өҫтәне Вячеслав Володин.
Башинформ.