Ашҡаҙар
-16 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
16 Июнь 2025, 17:13

МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары арттырылды

Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға, шулай уҡ уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары 54-кә еткерелде. Бөгөн хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары — спорт министры Руслан Хәбибов ошо турала белдерҙе.

МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары арттырылды
МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары арттырылды

«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының республика филиалы менән берлектә хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм уларҙың туғандары менән өҙлөкһөҙ эш алып барыла, тип билдәләне Руслан Хәбибов.

Яңы саралар исемлегенә теш протездары менән тәьмин итеү, физкультура-һауыҡтырыу хеҙмәттәренә сертификаттар биреү, планлы дауаханаға һалыуҙы көтөү ваҡытын ҡыҫҡартыу, ярҙам сараларын алыу өсөн ғаризалар һәм документтар ҡабул итеү буйынса бушлай күсмә хеҙмәтләндереү өҫтәлде.

Башинформ.

Рәсәй Федерацияһы оборона Министрлығы менән хәрби контракт төҙөгәндә бер тапҡыр бирелә торған түләү суммаһы 2 миллион һумға тиклем артты. Бер йыл хеҙмәт итеү осоронда хәрби хеҙмәткәр 4 520 000 һум самаһы аласаҡ. Республикала МХО яугирҙарына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 40-тан ашыу ярҙам сараһы ғәмәлдә.

Тулыраҡ мәғлүмәт: 8 (927) 310- 39-33; 8 (3473) 20-61-51.

– Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы хәрби комиссариаты (Хоҙайбирҙин урамы, 118, 19-сы бүлмә).

Автор:
Читайте нас