Ашҡаҙар
-16 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
16 Июнь 2025, 12:46

Республикала етем балаларға түләүҙәр 16,6% арттырыла

Башҡортостанда етем балаларҙың опекундарына һәм попечителдәренә түләүҙәр 16,6% арта.

Республикала етем балаларға түләүҙәр 16,6% арттырыла
Республикала етем балаларға түләүҙәр 16,6% арттырыла

 Ошо маҡсатҡа республика бюджетында 87 миллион һум ҡаралған. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы киләһе пленар ултырышта тейешле закон ҡабул итергә йыйына. Был хаҡта республика парламентының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

1 июндән пособиены яңыса иҫәпләйҙәр. Шулай итеп, 3 йәшкә тиклемге балаларға айына – 10 855 һум, 3 йәше тулғандарға 10 439 һум түләйҙәр. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән 3 йәшкәсә балаларға – 13 027 һум, 3 йәштән өлкәндәргә иһә 12 526 һум. Башҡортостанда ошо категорияға ҡараған 9 681 бала бар. Уларҙың 94 % ғаиләләрҙә йәшәй.

 

Башинформ.

Автор:
Читайте нас