Башҡортостанда ғаиләләргә әсәлек капиталы аҡсаһынан арттырылған пособие түләнә башланы. Түләүҙәр ай һайын башҡарыла, уның күләме – 16 350 һум, был иһә республикала бала өсөн йәшәү минимумына тиң.
Бындай түләүҙе ғаиләнең һәр ағзаһына уртаса килеме республикала йәшәү минимумының икеләтә дәүмәленән артмаған ғаиләләр алырға хоҡуҡлы — 33 712 һум. Башҡа бер ниндәй ҙә сикләүҙәр юҡ.
Сумма ғаиләнең уҙған 12 айҙағы килеменә ҡарап иҫәпләнә.
Пособие бер йылға бирелә, уны оҙайтыу мөмкинлеге лә бар. Ғаризаны бала тыуғандан һуң өс йыл дауамында «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында, Күп функциялы үҙәк бүлексәһендә, шулай уҡ Рәсәйҙең Социаль фондына барып тапшырырға мөмкин.
Башинформ.