

Социаль пенсия ғәҙәти пенсия өсөн стажы етмәгәндәргә, шулай уҡ инвалидтарға, инвалид балаларға һәм ҡараусыһын юғалтҡан балаларға тәғәйенләнә. Ул дөйөм ҡабул ителгән пенсия йәшенән биш йылға һуңыраҡ билдәләнә.
Индексациянан һуң ҡартлыҡ буйынса бындай пенсияның уртаса күләме 10 837,74 һум була. Беренсе төркөм инвалидтарына – 21 675,57 һумға, инвалид балаларға 26 010,32 һумға тиклем арта.
Шулай уҡ дәүләт тәьминәте буйынса пенсия индексациялана. Башҡортостанда 3 меңдән ашыу кешегә (ветерандар, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар, блокадалы Ленинградта йәшәүселәр һәм радиация һәләкәттәренән зыян күреүселәр) ошондай пенсия түләнә.
Социаль фондтың Башҡортостан буйынса берҙәм бәйләнеш үҙәге телефоны: 8-800-100-00-01 (шылтыратыу бушлай).