Ашҡаҙар
+15 °С
Ясно
Социаль яҡлау
9 Июня , 13:43

Башҡортостанда 2026 йылдан балалы ғаиләләргә ярҙам буйынса яңы саралар ғәмәлдә

9 июндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттә үткәргән оператив кәңәшмәлә балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамының яңы саралары тикшерелде.

Башҡортостанда 2026 йылдан балалы ғаиләләргә ярҙам буйынса яңы саралар ғәмәлдәБашҡортостанда 2026 йылдан балалы ғаиләләргә ярҙам буйынса яңы саралар ғәмәлдә
Башҡортостанда 2026 йылдан балалы ғаиләләргә ярҙам буйынса яңы саралар ғәмәлдә

Пенсия һәм социаль страховкалау фондының республика бүлексәһе идарасыһы Фәнил Вәхитов хәбәр итеүенсә, төбәктә 264 мең балаға 130 меңдән ашыу ата-әсә бала тыуыу һәм тәрбиәләү менән бәйле берҙәм пособие ала.

Яңы ярҙам саралары иҫәбендә – 18 йәшкә тиклемге йәки көндөҙгө бүлектә уҡыған 23 йәшкә тиклемге ике йәки унан күберәк бала тәрбиәләгән эшләүсе ата-әсәләр өсөн ғаилә түләүҙәре. Ул түбән килемле ғаиләләргә йыл һайын уҙған йыл өсөн түләнгән физик шәхестәрҙең килеменә һалымдың бер өлөшөн ҡапларға мөмкинлек бирәсәк. Түләү ике ата-әсәгә лә билдәләнә ала. Мөһим шарт – алимент буйынса бурыстар, ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм ителеү йәки сикләү булырға тейеш түгел. Ғаилә түләүенә ғаризаны йыл һайын 1 июндән 1 октябргә тиклем тапшырырға мөмкин. Республикала 40 меңдән ашыу кеше үҙ хоҡуҡтары менән файҙаланған да инде.

– Түләүгә 2025 йыл өсөн уртаса килеме – һәр ғаилә ағзаһына йәшәү минимумының бер ярым тапҡырынан, йәғни 23 673 һумдан, ә мөлкәте билдәләнгән нормативтан артмаған ғаиләләр дәғүә итә ала, – тип өҫтәне Фәнил Вәхитов.

Был өлкәләге яңылыҡтар иҫәбендә шулай уҡ – күп балалы ғаиләләргә бала тыуыу һәм тәрбиәләү менән бәйле айлыҡ пособие тәғәйенләү шарттарын яҡшыртыу.

– 2026 йылдан федераль законға ярашлы килеме йәшәү минимумынан 10 проценттан артмаған ғаиләләргә түләү рөхсәт ителде, – тине Фәнил Вәхитов. – Быға тиклем түләү билдәләнмәгән осраҡтар буйынса ҡарарҙарҙы яңынан ҡараныҡ.

Ярҙам саралары ведомство-ара алмашыу сиктәрендә ҡабул ителгән мәғлүмәттәр нигеҙендә Берҙәм үҙәкләштерелгән һанлы платформала билдәләнә.

Башҡортостан Башлығы республика Хөкүмәтенә халыҡ араһында киң аңлатыу кампанияһын ойошторорға ҡушты.

– Мәғлүмәтте халыҡҡа еткерергә кәрәк, улар аңлаһын һәм хеҙмәттәр менән уңайлы файҙалана алһын өсөн, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.
https://glavarb.ru/ba/news/event/bashortostanda-2026-yyldan-balaly-aillrg-yaram-buyynsa-yay-saralar-mld/
Автор:
Читайте нас