

2027 йылдың 1 февраленән әсәлек капиталы беренсе балаға – 778,5 мең һум, икенсеһенә 1 028,7 мең һум була (ғаилә беренсе бала өсөн алмаған осраҡта).
Беренсе бала 2020 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған булһа, икенсе балаға өҫтәмә түләү 250,3 мең һумға тиклем арта.
Бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған пособие 1 февралдән 30,4 мең һумғаса күтәрелә.
Был турала РФ хеҙмәт министрлығынан хәбәр иттеләр.