Ашҡаҙар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
9 Август 2022, 10:05

АФАРИНДАР!

Башҡортостан спортсылары "Азия балалары" халыҡ-ара спорт уйындарында уңышлы сығыш яһаны.

АФАРИНДАР!
АФАРИНДАР!

Улар 5 юғары награда яуланы. 2 көмөш миҙалды Стәрлетамаҡ спортсылары килтерҙе.Бынан алда беҙ дзюдосы София Белаш һәм мас- рестлер Кирилл Щелкунов көмөш миҙал яулауы тураһында яҙғайныҡ.
Боксер Тимур Шәйбәков, шулай уҡ бадминтонсылар Фәрхәт Шәрипов менән Иван Меркушев Башҡортостан йыйылмаһы копилкаһына йәнә бер көмөш миҙал өҫтәне.
Халыҡ-ара ярыштар Владивостокта үтте, унда илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән, шулай уҡ Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренән 13-16 йәштәрҙәге 1300-ҙән ашыу спортсы йыйылды.

Фото: https://vk.com/shor_str?z=photo-48159943_457249835%2Fwall-48159943_286

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: