Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Спорт
17 Июль 2023, 11:30

Артур Зөлҡәрнәев — билбау көрәше буйынса етенсе тапҡыр донъя чемпионы

Башҡортостан спортсыһы Артур Зөлҡәрнәев Астанала үткән билбау көрәше буйынса донъя чемпионатында етенсе тапҡыр донъя чемпионы исемен яуланы. Был хаҡта үҙенең телеграм-каналында республиканың спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итте.

Артур Зөлҡәрнәев — билбау көрәше буйынса етенсе тапҡыр донъя чемпионыАртур Зөлҡәрнәев — билбау көрәше буйынса етенсе тапҡыр донъя чемпионы
Артур Зөлҡәрнәев — билбау көрәше буйынса етенсе тапҡыр донъя чемпионы

«Классик стилдә алтын миҙал бар. Артур Зөлҡәрнәев 82 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында етенсе тапҡыр донъя чемпионы булды. Шәп һөҙөмтә», — тип белдерҙе Башҡортостандың спорт министры.

Бер нисә көн элек республикабыҙ спортсылары Илфаҡ Ибәтуллин һәм Рәзил Шабиев Рәсәйҙең йыйылма командаһына ике көмөш миҙал килтерҙе.

Ярыштар йомғаҡтары буйынса дөйөм команда зачетында Рәсәй Федерацияһы беренсе урында бара. Икенсе урында — Ҡаҙағстан, өсөнсөлә — Төркмәнстан.

15 июлдә билбау көрәше буйынса донъя чемпионатында Башҡортостан спортсылары биш миҙал яуланы, шуларҙың өсәүһе — алтын.

Ҡаҙағстанда халыҡ-ара ярыштарҙа 27 илдән 238 спортсы ҡатнаша.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас