

Был сара үҙенә быйыл бик күптәрҙе йәлеп итмәксе, сөнки «Башҡорт сода компанияһы» ярыммарафонының дөйөм приз фонды 4 миллион һумдан ашыу тәшкил итә. 21 километр арауыҡты беренсе булып килеүселәргә – 200 мең һум, компания хеҙмәткәрҙәренә 150 мең һум күләмендә аҡсалата бүләк ҡаралған. Дөйөм приз фонды, әйткәндәй, 4 миллион һум тәшкил итә.
Бынан тыш, 10 километр арауыҡ еңеүселәренә – 150 мең һум һәм БСК хеҙмәткәрҙәренә 100 мең һум бүләк буласаҡ. 5 километр араны йүгереүселәр 50 мең һум һәм 40 мең һум аласаҡ, 2 километр арауыҡҡа – 12 мең һәм 10 мең һум. Иң яҡшы һөҙөмтәләр өсөн ҡатнашыусыларҙы 6-сы урынға тиклем бүләкләү ҡаралған. Дистанциялар бөтә йәштәгеләр һәм һәр физик әҙерлек өсөн дә асыҡ.
Шуныһы ҡыуаныслы: ярыммарафонда балалар өсөн дә старттар ойошторола: 4 йәшкә тиклем – 50 метр; 5-6 йәшлектәргә – 100 м; 7-9 йәшлек балалар 200 метр алыҫлыҡта йүгерә. 9 йәшкә ҡәҙәр балалар өлкәндәр оҙатыуында йүгерә.
Бөтә ҡатнашыусылар (балалар стартында кескәйҙәрҙән тыш) медицина белешмәһен – рөхсәт биреүҙе күрһәтергә тейеш. Сарала ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы сәмле ярыштан тыш та төрлө күңел асыуҙар көтә.
Р.ӘРМЕТОВ.