

Выборг ҡалаһында «Балтика старты» Бөтә Рәсәй кадеттар турнирында егеттәр араһында рапира буйынса ярыштар тамамланды.
Ошо турнирҙа ҡатнашҡан 156 спортсы араһынан Башҡортостан вәкиле Әмир Фәхретдинов еңеүсе булды.
Көмөш миҙал - Санкт-Петербургтан Всеволод Мирошниченкола.
Өсөнсө урынды Башҡортостандан Дәүләт Хәйретдинов менән Татарстандан Адель Йосопов бүлеште.