Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Спорт
13 Сентябрь 2023, 11:00

Беренсе килеүсегә – 200 мең һум!

Быйыл ҡала көнөндә йәки 17 сентябрҙә “БСК-йүгереү” (“БСК Забег”) марафоны ла үтәсәк. Сараны Башҡорт сода компанияһы ойоштора.

Беренсе килеүсегә – 200 мең һум!Беренсе килеүсегә – 200 мең һум!
Беренсе килеүсегә – 200 мең һум!

Был сара үҙенә быйыл бик күптәрҙе йәлеп итмәксе, сөнки Башҡорт сода компанияһы ярыммарафонының дөйөм приз фонды 4 миллион һумдан ашыу тәшкил итә. 21 километр арауыҡты беренсе булып килеүселәргә – 200 мең һум, компания хеҙмәткәрҙәренә 150 мең һум күләмендә аҡсалата бүләк ҡаралған.

Бынан тыш, 10 километр ара еңеүселәренә – 150 мең һум һәм БСК хеҙмәткәрҙәренә 100 мең һум бүләк буласаҡ. 5 километр араны йүгереүселәр 50 мең һум һәм 40 мең һум аласаҡ, 2 километр араға – 12 мең һәм 10 мең һум. Иң яҡшы һөҙөмтәләр өсөн ҡатнашыусыларҙы 6-сы урынға тиклем бүләкләү ҡаралған.

Шуныһы ҡыуаныслы: ярыммарафонда бала-лар өсөн дә старттар ойошторола: 4 йәшкә тиклем – 50 метр; 5-6 йәшлектәргә – 100 м; 7-9 йәшлек балалар 200 метр алыҫлыҡта йүгерә. 9 йәшкә ҡәҙәр балалар өлкәндәр оҙатыуында йүгерә.

Бөтә ҡатнашыусылар (балалар стартында кескәйҙәрҙән тыш) медицина белешмәһен – рөхсәт биреүҙе күрһәтергә тейеш.

Ҡала көнөндә шулай уҡ башҡа сағыу саралар ҙа үтә. Көнө буйы ҡала тарихы тураһында күргәҙмәләр эшләйәсәк, уйындар, эскурсиялар, балыҡ тотоу буйынса ярыш ойоштороласаҡ. Ә инде кисен стәрлетамаҡтарҙы байрам менән Мәскәү йондоҙҙары ҡотлаясаҡ, ҡала башлығы Рөстәм Ғәзизов белдереүенсә, ҡунаҡтарҙың береһе – “Artik & Asti” төркөмө буласаҡ. 0+

Автор:
Читайте нас