Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Сентябрь , 12:33

Урал Хәсәнов - донъялағы иң йәш гроссмейстер!

Салауат ҡалаһында тыуып-үҫкән Урал Хәсәновҡа ни бары 17 йәш.

Урал Хәсәнов - донъялағы иң йәш гроссмейстер!
Урал Хәсәнов - донъялағы иң йәш гроссмейстер!

Йәп-йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, Башҡортостан егете яңыраҡ ҡына Батумиҙа булып үткән Донъя кубогының йомғаҡлау этабында еңеүгә өлгәште. Урал мөмкин булған 60 мәрәйҙең 58-ен йыйып, башҡа илдәрҙән килгән 76 спортсыны уҙып китте.

Батумиҙа яҡташыбыҙ шахмат композициялары буйынса 46-сы шәхси һәм команда донъя чемпионатында ла  ҡатнашты, уның һөҙөмтәләре уға норманы үтәргә мөмкинлек бирҙе, һөҙөмтәлә Урал Хәсәнов хәҙер – шахмат композицияһы буйынса донъялағы иң йәш гроссмейстер!

Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, был исем, донъя чемпионынан тыш, шахматсы үҙ карьераһында ирешә торған иң юғары титул. Ул Халыҡ-ара шахмат федерацияһы тарафынан бирелә.

Бына ниндәй иҫ киткес һөҙөмтәгә ирешкән йәш кенә башҡорт егете! Ғорурланырға, ә йәш спортсыларыбыҙға унан үрнәк алырға ҡала. Уралдың исемен әле бер тапҡыр ғына ишетмәҫбеҙ әле, алда уны яңы уңыштары көтөп торһон! 

https://bashgazet.ru/articles/sport-m-turizm/2023-09-17/bash-ort-egete-don-yala-y-i-y-sh-grossmeyster-3441598

 

Автор:
Читайте нас в