

Башҡортостандың баш ҡалаһына Рәсәйҙең 15 төбәгенән 15 волейбол командаһы килде. Бындай ярыштар күпселек волейболсылар өсөн олимпия пьедесталына күтәрелеү юлында мөһим этап һәм ныҡлыҡҡа һынау булып тора.
«2023 йыл илебеҙҙең байтаҡ спорт ойошмалары өсөн юбилейлы булды. Рәсәйҙең, республиканың Спорт министрлығының һәм илебеҙ волейболының, шулай уҡ «Динамо» ойошмаһының 100 йыллығы, ә былтыр Башҡортостан Республикаһында тармаҡ волейбол йылы ине», — тип белдерҙе республикабыҙҙың спорт министры.