Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Спорт
3 Октябрь 2023, 11:40

Республика дзюдосылары Рәсәй чемпионатында бронза миҙалға лайыҡ булды

Республика дзюдосылары Рәсәй чемпионатында Волга буйы федераль округы йыйылма командаһына бронза миҙал килтерҙе.

Республика дзюдосылары Рәсәй чемпионатында бронза миҙалға лайыҡ булдыРеспублика дзюдосылары Рәсәй чемпионатында бронза миҙалға лайыҡ булды
Республика дзюдосылары Рәсәй чемпионатында бронза миҙалға лайыҡ булды

Башҡортостан спортсылары Волга буйы федераль округы йыйылма командаһы составында дзюдо буйынса Рәсәй чемпионатында өсөнсө урынды яуланы. Спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Хәсән Нуриев, Атам Барахоев, Карен Галстян, Урусхан-Бәк Балаев һәм Алихан Цечоев бронза миҙалдарға лайыҡ булды.

Дзюдо буйынса Рәсәй чемпионаты Кемерово ҡалаһының «Кузбасс-Арена»һында үтте. Унда илдең 59 төбәгенән 500-ҙән ашыу спортсы иң көслөләр исеме өсөн көрәште.

 

Автор:
Читайте нас