Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Спорт
10 Октябрь 2023, 12:25

Башҡортостандан йәш шахматсы — ике тапҡыр Рәсәй чемпионы

Башҡортостандан йәш шахматсы Адель Йосопова ауыл ерендә уҡыған ҡыҙҙар араһында классик шахмат буйынса ике тапҡыр Рәсәй чемпионы исемен яуланы. Был хаҡта республиканың Шахмат федерацияһынан хәбәр иттеләр.

Башҡортостандан йәш шахматсы — ике тапҡыр Рәсәй чемпионыБашҡортостандан йәш шахматсы — ике тапҡыр Рәсәй чемпионы
Башҡортостандан йәш шахматсы — ике тапҡыр Рәсәй чемпионы

Адель Йосопова 2-10 октябрҙә Һамар өлкәһендә ауыл уҡыусылары араһында ойошторолған Бөтә Рәсәй ярыштарында ҡатнашты. «Башинформ»ға хәбәр итеүҙәренсә, турнирҙа ҡыҙ спорт ҡомарын һәм еңеүгә ынтылышын күрһәтте.

Шулай уҡ яҡташыбыҙ турнирҙа 17 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында беренсе, сатраш композицияларын сисеү буйынса конкурста икенсе урынды алды, тип белдерҙеләр Башҡортостандың Шахмат федерацияһында.

Ә бынан алда Адель Йосопова Силәбе өлкәһендә ҡатын-ҡыҙҙар араһында үткән Рәсәй кубогы этабында сығыш яһағайны.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Адель Йосопованың ғаиләһендә апаһы Жизель, ҡустылары Эмиль менән Камил да шахмат менән мауыға. Әсәһе Ольга Йосопова әйтеүенсә, балаларҙа шахматҡа һөйөүҙе атаһы Ринат Йосопов уятҡан.

 

https://bash.bashinform.ru/news/sport/2023-10-10/bash-ortostandan-y-sh-shahmatsy-ike-tap-yr-r-s-y-chempiony-3473599

 

 

 

Автор:
Читайте нас