

Башҡортостандың спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Гран-прийы ярыштарының беренсе этабы йомғаҡтары буйынса ир-егеттәр араһында беренсе урынды Евгений Семененко яуланы, икенсе урында — Роман Савосин, ә өсөнсөлә — Андрей Мозалев. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында пьедесталдың иң юғары баҫҡысында — Аделия Петросян. Анна Фролова — икенсе, Елизавета Куликова өсөнсө урынды алды. Бейеүҙә Елизавета Худайбердиева һәм Егор Базин, Ирина Хавронина һәм Девид Нарижный — икенсе, Софья Леонтьева һәм Даниил Горелкин өсөнсө урынға лайыҡ булды.