Ашҡаҙар
+9 °С
Облачно
Спорт
1 Ноября 2023, 06:06

Өфө спортсыһы Эрнест Шәрәфетдинов карате буйынса донъя чемпионатында бронза миҙал яуланы

Өфөнөң 12-се спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Эрнест Шәрәфетдинов карате буйынса донъя чемпионатында бронза миҙалға лайыҡ булды. Был турала Калинин районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфө спортсыһы Эрнест Шәрәфетдинов карате буйынса донъя чемпионатында бронза миҙал яуланыӨфө спортсыһы Эрнест Шәрәфетдинов карате буйынса донъя чемпионатында бронза миҙал яуланы
Өфө спортсыһы Эрнест Шәрәфетдинов карате буйынса донъя чемпионатында бронза миҙал яуланы

Бронза өсөн финал алышында Эрнест Босниянан һәм Герцеговинанан Хәмзә Турульяны еңде. Был иһә республикабыҙ тарихында тәүге тапҡыр карате буйынса донъя чемпионаты миҙалы. Каратист Николай Балабанов етәкселегендә шөғөлләнә.

Эрнест Шәрәфетдинов август айында Орел ҡалаһында үткән Рәсәй чемпионатында алтын яуланы.

 

https://bash.bashinform.ru/news/sport/2023-10-31/f-sportsy-y-ernest-sh-r-fetdinov-karate-buyynsa-don-ya-chempionatynda-bronza-mi-al-yaulany-3499787

 

Автор:
Читайте нас