Башҡортостан Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, финал алышында Стәрлетамаҡ егете Искәндәр Басареев республикабыҙҙың тағы бер вәкиле Рөстәм Ермаков менән көс һынашты. Алыш Искәндәрҙең еңеүе менән тамамланды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыраҡ Азалия Әминева Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса Рәсәй чемпионатының ярымфиналына сыҡҡайны.