sport24.ru мәғлүмәттәренә ярашлы, 2022 йылғы Олимпиадала шәхси ярыштың көмөш призеры белорус Антон Смольский еңеү яуланы. Донъя чемпионы, Башҡортостан биатлонсыһы Антон Бабиков бер тапҡыр яҙа атып, икенсе урынға сыҡты (+23,7 секунд), Рәсәй биатлонсыһы Кәрим Хәлили өсөнсө урынға лайыҡ булды(+30,5). Уйындарҙа өс тапҡыр призер булған Эдуард Латипов — етенсе урында (+56,7).