Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Ноябрь 2023, 17:00

Эмиль Сәлимгәрәев Рәсәй беренселегендә 6 алтын миҙал яуланы

Башҡортостандан Эмиль Сәлимгәрәев терәк-хәрәкәт аппараты сирҙәренән яфаланғандарҙың йөҙөү буйынса Рәсәй беренселегендә алты тапҡыр чемпион исемен яуланы. Был хаҡта республика адаптив спорт үҙәгенең телеграм-каналы хәбәр итә.

Эмиль Сәлимгәрәев Рәсәй беренселегендә 6 алтын миҙал яуланы
Эмиль Сәлимгәрәев Рәсәй беренселегендә 6 алтын миҙал яуланы

Йөҙөү буйынса ярыштар Раменское ҡалаһында үтте. Унда Рәсәйҙең 42 төбәгенән 370-тән ашыу спортсы ҡатнашты. Рәсәйҙең йыйылма командаһы ағзаһы Эмиль Сәлимгәрәев алты алтын миҙал яуланы һәм ирекле стиль менән 50 метрға, 100 метрға һәм 400 метрға, шулай уҡ баттерфляй менән 100 метрға, арҡаға ятып 100 метрға һәм 200 метрға комплекслы йөҙөүҙә мульти-миҙалсылар араһында беренсе булды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһының адаптив спорт үҙәге Милли спорт премияһы исемлегенә инде. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр иткәнсә, учреждение «Адаптив спортты иң яҡшы ойоштороу» номинацияһында иң яҡшыһы исеменә дәғүә итә.

 

https://bash.bashinform.ru/news/sport/2023-11-23/y-sh-ya-tashyby-r-s-y-berenselegend-6-altyn-mi-al-yaulany-3534339

 

Автор:
Читайте нас: