Ашҡаҙар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Декабрь 2023, 16:52

БЕҘҘЕҢ ЕГЕТ БИТ УЛ! Вадим Ибраҡов ил йыйылма командаһы гандболсыһы

Стәрлетамаҡта йәштәр араһында гандбол менән ҡыҙыҡһыныусылар күп, баҡтиһәң бындай спорт төрө менән Рәсәй йыйылма командаһында сығыш яһаусы егеттәребеҙ ҙә бар икән. 2016 йылда Тольятти ҡалаһында Рәсәй кимәлендә гандбол уйындары үткән осорҙа беҙҙең Стәрлетамаҡ егеттәрен – Вадим Ибраҡов һәм Дмитрий Побочийҙы “Чехов айыуҙары” командаһының баш тренеры Александр Коваленко йөҙәрләгән гандболсылар араһынан һайлап ала һәм үҫмерҙәрҙе Мәскәү өлкәһе Чехов ҡалаһына уҡырға саҡыра. Был мәҡәлә беҙҙең Стәрлетамаҡ егете Вадим ИБРАҠОВ тураһында.

БЕҘҘЕҢ ЕГЕТ БИТ УЛ! Вадим Ибраҡов ил йыйылма командаһы гандболсыһы
БЕҘҘЕҢ ЕГЕТ БИТ УЛ! Вадим Ибраҡов ил йыйылма командаһы гандболсыһы

Үҫмерҙәр, атай-әсәйҙәренән айырылып, тыуған ҡалаларынан ситтә уҡыуы еңел булмаһа ла, ҙур спортты һайлай. Әлбиттә, хыялда тик оҫталар командаһында уйнау була һәм был теләк тормошҡа аша. Шулай итеп, беҙҙең яҡташтар “Чехов айыуҙары” командаһының икенсе составында уйнап, ике тапҡыр Рәсәй чемпиондары исемен яулай! Ошо ҡаҙаныштары өсөн Вадим Ибраҡовҡа 2020 йылда Рәсәй спорт мастеры исеме бирелде.

Уның ошо һәм башҡа һөҙөмтәләрен иҫәпкә алып, быйыл Рәсәйҙең әлеге уйын төрө буйынса йәштәр йыйылма командаһына алдылар. Был составта Вадим бихисап ярыштар еңеүсеһе булып өлгөрҙө лә инде. Шул иҫәптән яҡташ спортсы Европа һәм Азияла үткән Халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашып килә. Тик, үкенескә ҡаршы, йәнә көнбайыштың үсләшеүе арҡаһында гандбол буйынса ла Рәсәй йыйылма командаһы әлегә донъя ярыштарында ҡатнашмай. Әммә уйынсы киләсәктә был ғәҙелһеҙлектең сиге булыр һәм улар йәнә донъя кимәлендә чемпиондар исемдәрен алыр тип өмөтләнә. Ә бының өсөн яҡташ гандболсыбыҙҙың бөтә мөмкинлектәре лә бар, сөнки Вадим, тренерҙары фекеренсә, донъялағы иң көслө, оҫта уйынсыларҙың береһе.

– Мин уйында амплуам буйынса – линия уйынсыһы: миңә күберәк ҡапҡа һаҡсаһына ярҙам итергә, ҡаршы команда уйынсыларын туҡтатырға һәм алға йүгереп, үҙебеҙҙекеләрҙең һөжүменә ярҙам итергә тура килә. Әгәр һәр саҡ үҫешкә ынтылмаһаң, үҙ өҫтөңдә эшләмәһәң, команда составынан төшөп ҡалыуың бер ни түгел, һәр саҡ табанға баҫып килгән уйынсылар табыла, гөмүмән тырышлыҡ кәрәк! – ти Вадим үҙе шөғөлө хаҡында.
21 генә йәштә Спорт мастеры тигән юғары исемгә ирешеп, ил командаһы алдынғыһы булыу – яуаплы-лыҡ та, мәртәбә лә. Стәрлетамаҡ элек-электән тәжрибәле спортсылар менән дан ҡаҙанды, Вадим миҫалы был матур тарих дауам итеүенә асыҡ миҫал булып тора. Ябай ғына ҡала малайынан үҙ юлын тапҡан донъя кимәлендәге спорт йондоҙона артабан да уңыштар теләп ҡалабыҙ!

Рәмил МАНСУРОВ.
Фото спортсының социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенән алынды.

Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас: