Ашҡаҙар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
17 Декабрь 2023, 22:35

Республика шахматсылары Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә Азия беренселегендә тәүге еңеү яуланы

Башҡортостандың йәш шахматсылары үҫмерҙәр араһында барған Азия чемпионатында уңышлы сығыш яһай. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Эль-Айндағы (Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре) турнирҙа Рәсәйҙең 71 спортсыһы ҡатнаша, уларҙың икәүһе - Башҡортостандан. Дөйөм алғанда, тиҫтәләгән илдән 651 ҡатнашыусы.

Республика шахматсылары Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә Азия беренселегендә тәүге еңеү яуланы
Республика шахматсылары Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә Азия беренселегендә тәүге еңеү яуланы

Өфөнөң «Толпар» спорт клубы шахматсылары Реана Кинйәбулатова - 8 йәшкә, ә Ләйлә Табермакова 14 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында көс һынаша. Рапидта Ләйлә а дүрт старт турында өс еңеү яуланы, Реана мөмкин булған мәрәйҙәрҙең яртыһын йыйҙы.

«Континенталь турнир фавориттары - Рәсәй, Ҡытай, Һиндостан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан һәм башҡа Азия илдәре спортсылары. Азия шахматы вәкилдәре Рәсәй медиакиңлегендә ныҡ билдәле түгел, ысынында улар бик көслө. Шуға күрә беҙҙең спортсыларға Европа чемпионаттарына ҡарағанда ла ауырыраҡҡа тура килер инде. Шулай булыуы яҡшыраҡ та - турнирҙарға етдиерәк әҙерләнерҙәр», - тине «Толпар» спорт клубы директоры Әмир Даукаев.

Өҫтәп үтәйек, был Рәсәй шахматсыларының халыҡ-ара турнирҙа тәүге ҡатнашыу тәжрибәһе, сөнки быйыл март айында Рәсәйҙең Шахмат федерацияһы Азия шахмат федерацияһына күсте.

 

https://bash.bashinform.ru/news/sport/2023-12-15/respublika-shahmatsylary-berl-shk-n-r-p-mirlekt-rend-aziya-berenselegend-t-ge-e-e-yaulany-3568558

 

Автор:
Читайте нас: