Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов үҙенең телеграм-каналында хәбәр итеүенсә, Алина Пухова (66 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһы), Олимпия Мәхийәнова (76 килограмм) һәм Дмитрий Балянов (100 килограмдан ашыу) Донъя кубогына эйә булды. Башҡортостан көрәшселәре йәмғеһе туғыҙ миҙал алды.
«Башинформ» һәүәҫкәр спортсыларҙың да Рәсәй чемпионаттары һәм кубоктарында ҡатнашып, рәсми наградалар, титулдар алырға хоҡуҡлы булыуын хәбәр иткәйне. Бындай башланғыс менән Дәүләт Думаһының Физик культура һәм спорт комитеты сығыш яһаны.