Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Ғинуар , 12:14

Яҡташыбыҙ ҡаяға үрмәләү буйынса Бөтә Рәсәй ярыштарында өсөнсө урынды яуланы

Белорет районының олимпия резервындағы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Полина Коноплина ҡаяға үрмәләү буйынса Бөтә Рәсәй ярыштарында бронза призер булды. Был хаҡта республиканың Спорт министрлығы хәбәр итә. Турнир Воронежда уҙҙы.

Яҡташыбыҙ ҡаяға үрмәләү буйынса Бөтә Рәсәй ярыштарында өсөнсө урынды яуланы
Яҡташыбыҙ ҡаяға үрмәләү буйынса Бөтә Рәсәй ярыштарында өсөнсө урынды яуланы

19 йәшлек спортсылар араһында боулдерингта (төрлө ҡатмарлыҡтағы ҡыҫҡа трассалар буйлап үрмәләү) өсөнсө урынды алды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ошо көндәрҙә Мәскәүҙең ВДНХ комплексында «Рәсәй» халыҡ-ара күргәҙмә-форумы барышында Башҡортостан стендында «Спорт еңеүҙәренә 100 йыл» аҙналғы бара. Тематик аҙналыҡты республиканың Спорт министрлығы ойоштора.

 

https://bash.bashinform.ru/news/sport/2024-01-12/ya-tashyby-aya-a-rm-l-buyynsa-b-t-r-s-y-yaryshtarynda-s-ns-uryndy-yaulany-3601000

 

Автор:
Читайте нас: