Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
17 Ғинуар , 19:00

Республикабыҙҙан ете көрәшсе Рәсәйҙең олимпия алды чемпионатында сығыш яһай

Башҡортостан көрәшселәре грек-рим көрәше буйынса олимпия алды чемпионатында ҡатнаша, тип хәбәр итә республиканың Спорт министрлығы. Республикабыҙ исеменән ете спортсы — Мәҡсүт Рәхимов, Александр Чегодаев, Сәид-Хөсәйен Бакаев, Ислам Опиев, Басхан Сәйедов, Адлан Әмриев һәм Нохчо Лабазанов сығыш яһай.

Республикабыҙҙан ете көрәшсе Рәсәйҙең олимпия алды чемпионатында сығыш яһай
Республикабыҙҙан ете көрәшсе Рәсәйҙең олимпия алды чемпионатында сығыш яһай

Турнир бөгөн, 17 ғинуарҙа, Наро-Фоминскиҙа башлана һәм 21 ғинуарға тиклем бара. Илдең грек-рим стилендәге көслө көрәшселәре ун комплект миҙал өсөн көс һынаша. Чемпионаттың ярыштар программаһы кесе йома, 18 ғинуарҙа, башлана.

Башҡортостан спортсылары Түбәнге Камала армрестлинг буйынса Волга буйы федераль округы чемпионатында һәм беренселегендә 18 миҙал яуланы, тип хәбәр иткәйне «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Автор:
Читайте нас: