Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
25 Ғинуар , 10:23

Башҡортостан шахматсыһы Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә халыҡ-ара турнирҙың өс призеры иҫәбенә инде

Фуджейрала (Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре) шахмат мәсьәләләрен сисеү буйынса халыҡ-ара турнирҙа Башҡортостан шахматсыһы Урал Хәсәнов бронза миҙал яуланы. 

Башҡортостан шахматсыһы Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә халыҡ-ара турнирҙың өс призеры иҫәбенә инде
Башҡортостан шахматсыһы Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә халыҡ-ара турнирҙың өс призеры иҫәбенә инде

«Толпар» спорт клубы директоры Әмир Даукаев «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына үҙенең тәрбиәләнеүсеһенең еңеүе хаҡында һөйләне.

«Яҡташыбыҙға уңыш йылмайҙы, ул Рәсәйҙән билдәле гроссмейстер Алексей Поповты һәм ике полякты — Пётр Мурдзяны һәм Каспер Пиорунды уҙып китеп, ныҡышмалы ярышта өсөнсө урынғҫа лайыҡ булды», — тине Әмир Даукаев.

Турнирҙа алтын миҙалды Урал Хәсәнованың тренеры — гроссмейстер Владимир Селиванов, «көмөш»тө Данил Павлов яуланы.

 

https://bash.bashinform.ru/news/sport/2024-01-25/bash-ortostan-shahmatsy-y-berl-shk-n-r-p-mirlekt-rend-haly-ara-turnir-y-s-prizery-i-ben-inde-3616533

 

Автор:
Читайте нас: