Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
30 Ғинуар , 14:30

Өфөлә Өлфәт Мостафин исемендәге заманса физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөшө тамамланып килә

Башҡортостан ҡалаларында һәм ауылдарында төҙөлә башлаған заманса спорт объекттары ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки улар халыҡҡа, бигерәк тә балаларға һаулығын нығытырға мөмкинлек бирә. Был хаҡта Радий Хәбиров баш ҡалабыҙҙың Өлфәт Мостафин исемендәге физкультура-һауыҡтырыу комплексына барған саҡта белдерҙе. Республика етәксеһе физкультура-һауыҡтырыу комплексы майҙансыҡтарын, спорт ҡоролмаһының эске инфраструктураһын ҡарап сыҡты.

Өфөлә Өлфәт Мостафин исемендәге заманса физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөшө тамамланып килә
Өфөлә Өлфәт Мостафин исемендәге заманса физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөшө тамамланып килә

Өлфәт Мостафин исемендәге физкультура-һауыҡтырыу комплексы 2022 йылда төҙөлә башланы. Ул Өфөнөң Менделеев урамындағы «Аҡ Йорт» тау саңғыһы комплексы һәм ВДНХ-Экспо араһында урынлашҡан. Өс ҡатлы бинаның дөйөм майҙаны 9,5 мең квадрат метр тәшкил итә. Комплекс дүрт өлөштән тора, боҙ аренаһы, универсаль спорт, көрәш, тренажер залдары, шулай уҡ ике бассейн бар.

Объект әҙер тиерлек, ул быйыл февралдең икенсе яртыһында файҙаланыуға тапшырыла. Әле төҙөүселәр төҙөлөш-монтаж эштәрен тамамлап килә.

Өлфәт Мостафин исемендәге физкультура-һауыҡтырыу комплексында балалар ҙа, уларҙың ата-әсәләре лә шөғөлләнергә мөмкин, тип билдәләне Радий Хәбиров.

«Ҡалабыҙ, Башҡортостан өсөн һәр спорт объекты мөһим, сөнки бында балалар  ҙа, өлкәндәр ҙә килеп, спорт менән шөғөлләнә, физик һаулығын нығыта ала.Объект үҙенсәлекле. Бында бассейн, боҙ аренаһы, ҙур тренажер һәм уйын залдары бар. Февралдең икенсе яртыһында объект үҙ ишектәрен асырға әҙерләнә. Шәп урын һайланыҡ, был районда ошондай спорт үҙәге бик кәрәк ине. Беҙ Башҡортостанда спортты, шул иҫәптән балаларҙыҡын үҫтереүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Юбилей объекттарынан тыш, бизнес ҡатнашлығында, дәүләт-шәхси партнерлыҡ буйынса бер нисә спорт залы төҙөйбөҙ. Әммә алда эштәр күп әле. Беҙҙә физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеүгә ҡыҙыҡһыныу арта бара. Шуға күрә республикала һәм баш ҡалабыҙ Өфөлә спорт инфраструктураһын төҙөү эштәрен дауам итәбеҙ», — тине Радий Хәбиров.

 

https://bash.bashinform.ru/news/sport/2024-01-30/f-l-lf-t-mostafin-isemend-ge-zamansa-fizkultura-auy-tyryu-kompleksy-t-l-sh-tamamlanyp-kil-3622789

 

Автор:
Читайте нас: