Матвей Тычинкин 227 сантиметр бейеклеккә һикереп, Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры нормативын үтәне. Спортсы әйтеүенсә, ул еңеүгә бик оҙаҡ барған, әммә был уның өсөн көтөлмәгән хәл булған.
«Бөгөн уңышҡа ирештем. Әммә көтмәгәйнем. Ике йыл элек үк ошо бейеклекте яуларға теләгәйнем», - тине Матвей Тычинкин.
Еңел атлеттар ярышы Санкт-Петербургта 2024 йылдың 9 февраленән 11-нә тиклем уҙҙы. Турнирҙа 23 йәшкә тиклемге егет-ҡыҙҙар ҡатнашты.