Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Февраль , 11:18

Башҡортостан фристайлерҙары Бөтә Рәсәй Спартакиадаһында ике бронза миҙал яуланы

Башҡортостан фристайлерҙары командаһы ике бронза миҙалға лайыҡ булды. Республиканың Спорт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Бөтә Рәсәй көслөләр спартакиадаһында фристайлда (акробатика дисциплинаһында) шәхси иҫәптә ир-егеттәр араһында — Илдар Хәкимов, ҡатын-ҡыҙҙар араһында Ксения Шаронова өсөнсө урынды алды.

Башҡортостан фристайлерҙары Бөтә Рәсәй Спартакиадаһында ике бронза миҙал яуланы
Башҡортостан фристайлерҙары Бөтә Рәсәй Спартакиадаһында ике бронза миҙал яуланы

Ике спортсы ла тау саңғыһы спорты буйынса олимпия резервындағы спорт мәктәбендә тренерҙар Р.А. Муллағәлиевта һәм Е.С. Муллағәлиевала шөғөлләнә.

 

https://bash.bashinform.ru/news/sport/2024-02-15/bash-ortostan-fristayler-ary-b-t-r-s-y-spartakiada-ynda-ike-bronza-mi-al-yaulany-3644487

 

Автор:
Читайте нас: