Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Спорт
27 Февраль 2024, 12:30

Республикала 55 ауыл тренеры миллион һум алды

2023 йылда Башҡортостанда тренер-уҡытыусылар бер тапҡыр бирелә торған 1 миллион һум аҡса алды, тип хәбәр итте республиканың спорт министры Руслан Хәбибов. Һүҙ ауыл еренә эшкә ҡайтҡан 55 уҡытыусы хаҡында бара.

Республикала 55 ауыл тренеры миллион һум алдыРеспубликала 55 ауыл тренеры миллион һум алды
Республикала 55 ауыл тренеры миллион һум алды

Быға «Ауыл тренеры», шул иҫәптән штаттағы физкультура һәм спорт хеҙмәткәрҙәрен арттырыуға йүнәлтелгән программа ярҙамында өлгәшелде. 2020 йылдан 2023 йылға тиклем проект буйынса103 ауыл тренерына 600-әр мең һумлыҡ ярҙам күрһәтелде. Күптән түгел республикала «Ҡала тренеры» программаһы ла старт алды.

 

https://bash.bashinform.ru/news/sport/2024-02-27/respublikala-55-auyl-trenery-million-um-aldy-3659584

 

Автор:
Читайте нас